

Фаяз Фәрит улы Беренсе Этҡол ауылында тыуған, шунда бала сағы үткән, ошонда ул мәктәпте тамамлаған.
Бөгөнгө көндә ФАП мөдире--ул медицина ойошмаһының ябай хеҙмәткәре генә түгел, ә халыҡҡа көн һайын сәләмәтлек мәсьәләләрендә ярҙам күрһәтеүсе, профилактик эш алып барыусы һәм кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтеүсе белгес. Ауылда ФАП һуңғы йылдарҙа ғына "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проектына ярашлы төҙөлгән.
Егет буш ваҡытында ул спорт менән шөғөлләнә, спидкубинг менән мауыға һәм рэп-композициялар яҙа.
Көсөргәнешле сменанан һуң ул ҡулына Рубик кубигын ала йәки яңы трек өҫтөндә эшләй--шулай итеп ял итә, көс туплай.
Йәш белгестең ауыл ерендә эшкә өҫтөнлөк биреүе һәм тыуған яҡтарына ҡайтыуы маҡтауға лайыҡ.
Нәҡ шундай инициативалы, битараф булмаған һәм үҙ эшенә тоғро белгестәр район һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә ярҙам итә һәм халыҡтың ышанысын нығыта.
Фаяз Фәрит улына һөнәри юл башында уңыштар теләйбеҙ!
Фото һәм мәғлүмәт Баймаҡ үҙәк дауаханаһы сайтынан алынды.
Гөлдәр Ҡадаева әҙерләне