1 декабрь--Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ВИЧ--кеше организмында ғына йәшәгән инфекцияларҙың береһе. ВИЧ тышҡы тәьҫирҙәргә бик һиҙгер һәм дезинфекциялауҙың бөтә химик матдәләренең бәләкәй генә концентрацияһынан да юҡҡа сыға,+56 °С-тан юғары температурала 30 минут дауамында активлығын юғалта. Ҡояш һәм яһалма ультрафиолет нурҙары уның өсөн үлемесле. Инфекция сығанағы--ВИЧ менән зарарланған кеше.
Вирус ҡан аша--наркомандарҙағы дөйөм шприц, инфекциялы ҡорал менән татуировка яһатыу, һаҡланыуһыҙ енси бәйләнештәр аша һәм әсәнән балаға--ауырлы булғанда, бала тапҡанда, имеҙгәндә күсә, кешелә ВИЧ булыу-булмауын тышҡы билдәләрҙән белеп булмай. Бының өсөн ҡанға махсус анализ кәрәк.
ВИЧ көнкүрештә ул йоҡмай, шуға ла ВИЧ инфекциялы кешеләр менән аралашыу тулыһынса хәүефһеҙ. Дуҫтарса ҡосаҡлашҡанда, үбешкәндә, ҡул биреп һаулыҡ һорашҡанда, мәктәп кәрәк-яраҡтары, компьютер, йорт әйберҙәре, һауыт-һаба, кейем-һалым, сантехник ҡорамалдар ҡулланғанда, бассейн, душ төшкәндә, йәмәғәт транспортында, бөжәктәр тешләгәндә, ҡулланғанда, һауа-тамсы юлы менән йоҡмай.
Шуға күрә ВИЧ-инфекция диагнозы булған кешеләр менән аралашыуҙан ҡасырға, сирлеләргә ытырғанып ҡарарға кәрәкмәй.
Бөгөнгө көндә ВИЧ-тың ҡайһы бер социаль төркөмдәр өсөн генә хәүефле булыуын, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусыларға уның менән зарарланыу тураһында уйларға кәрәкмәй, тигән фекерҙе ишетергә мөмкин. Хәүеф төркөмөнә башлыса наркомандарҙы, гомосексуалистарҙы, фәхишәләрҙе, тәртипһеҙ енси мөнәсәбәттәре булған кешеләрҙе индерәләр.
Әммә бөгөнгө донъяла ВИЧ берәүҙе лә аямай. Мәкерле сир кешенең енесенә, йәшенә, сексуаль ориентацияһына, милләтенә, сәйәси ҡараштарына һәм һөнәренә ҡарамай—барыһын да зарарлауы ихтимал. һаҡланыуҙың төп ысулы булып, тәү сиратта, кешенең үҙ һаулығы һәм ғүмере өсөн яуаплылығы иҫәпләнә. Һәр кем сирҙе йоҡтороу юлдары һәм шәхси һаҡланыу саралары тураһында белергә тейеш. Элементар тәртип ҡағиҙәләрен үтәмәһәк, беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ хәүеф төркөмөнә инеүе бар.
ВИЧ-инфекцияһы башлап баш ҡалҡытҡанда, зарарланыуҙың төп юлы парентераль юл (сирленең ҡаны менән контакт) булһа, бөгөн инфекцияның 90%-ы енси бәйләнеш аша йоғоуы күҙәтелә. СПИД-ҡа һәм инфекцион сирҙәргә ҡаршы көрәш һәм профилактикалау буйынса республика үҙәгенең Сибай филиалының статистик һандарына күҙ һалһаҡ, 2023 йылда асыҡланған зарарланыу осраҡтарының 90,0% -ы енси, 9,5%-ы парентераль, 0,5% -ы вертикаль (әсәнән балаға) юл менән күскән.
Быйыл иҫәпкә алынған кешеләрҙең 100%-ы сирҙе енси юл менән йоҡторған. Иң ҡурҡынысы: ВИЧ-инфекцияһы эшкә яраҡлы йәштәге кешеләр араһында киң тарала.
Йоғошло ауырыуға дусар булыусыларҙың йәш структураһында Башҡортостанда яңынан асыҡланғандарҙың төп өлөшө 35-44 йәштә 37,7%-42,8%; 45-49 йәштә 20,2%-14,4% тәшкил итә.
Ауырыу нисек үҫешә?
Иммунодефицит вирусы кеше организмына үтеп ингәндән һуң, 30-40% зарарланғандарҙа киҫкен респиратор инфекцияға оҡшаш ауырыу барлыҡҡа килергә мөмкин. Әммә күпселек осраҡта бер ниндәй ҙә билдәләр күҙәтелмәй.
Вирус организмда әүҙем үрсей, уның күләме тиҙ арта. Ләкин ВИЧ менән зарарланған кеше оҙайлы ваҡыт, 2 йылдан алып 10-12 йылға ҡәҙәр үҙен сәләмәт тойорға мөмкин. Күп кешеләр ВИЧ менән зарарланыуын белмәүе лә ихтимал. Был осор "симптомһыҙ" осор тип атала. ВИЧ йоҡтороусы бәғзеләр үҙҙәрен һап-һау тойоуҙарын белгертһә, икенселәре был инфекция бөтөнләй инҡар итә.
Вирусҡа ҡаршы антителаларҙың булыуын билдәләүсе тесттар бар. Ләкин ИФА (иммунофермент анализы) анализы вирустың үҙен түгел, ә уға ҡаршы антителаларҙы асыҡлай, шуның өсөн тикшереүҙе организмда уларҙың тейешле күләме барлыҡҡа килгәндә үткәрергә кәрәк, йәғни тест-система уларҙы таба алырлыҡ мәлдә үткәреү зарур. Зарарланыуҙан алып 3 айға тиклемге осор «тәҙрә осоро» тип атала һәм был осорҙа тикшереү ышаныслы һөҙөмтәләр бирмәй.
Ваҡыт үтеү менән иммунодефицит барлыҡҡа килә—был иһәорганизмдың төрлө инфекцияларға ҡаршы тороу һәләтен юғалтыу.
Иммун дефицитының тәүге билдәләре йыш һалҡын тейеп ауырыу, осоноу (герпес), тәнгә теләһә нәмә сығыу (бактериаль һәм бәшмәк ауырыуҙары) дауалауға барһа, һуңынан иһһә сир аҙыуына бәйле тире ауырыуҙары бөтмәй башлай. Бындар сирҙәр тыштан эскә күсеп, органдарҙы зарарлай, кеше тән ауырлығын юғалта башлай, оҙайлы ваҡыт тән температураһы төшмәй (лихорадка) йонсота.
Йыш ҡына пневмонияның ауыр формаһы (пневмоцистлы пневмония), туберкулез, баш мейеһе зарарлане, онкопатология һәм башҡа сирҙәр баш ҡалҡыта.
ВИЧ-инфекциялы кешеләр араһында үлем осраҡтарының төп сәбәбе--туберкулез, ул яҡынса 39% тәшкил итә, икенсе урында--пневмония. ВИЧ-инфекцияһының һуңғы стадияһы—СПИД (йоҡторолған иммунодефицит синдромы)--ВИЧ-инфекция фонында СПИД-индикатор сирҙәрҙең үҫешеүе.
Ләкин үткән быуаттың аҙағында СПИД-ҡа дусар булыусылар күпләп үлһә, бөгөн был тәңгәлдә хәлдәр үҙгәрҙе. Әле ваҡытта бик күп препараттар бар, улар ярҙамында ауырыуҙы контролдә тоторға мөмкин. Мәҫәлән: АРТ (антиретровирус терапияһы). Уның төп бурысы--ВИЧ-инфекцияның үрсеүен баҫыу, йәғни ҡанда ВИЧ РНК-һын кәметеү
Антиретровирус терапияһының маҡсаты:
Дауаланмаған осраҡта ВИЧ-инфекция йоҡтороусыларҙың 50 процентының сире 10 йылдан һуң СПИД-ҡа әүерелә. 45 процет сирлеләр 10-20 йыл йәшәй ала һәм бары тик 5 проценты ғына ВИЧ менән оҙаҡ йәшәүгә һәләтле.
Бөгөн ВИЧ-инфекцияның активлығын баҫҡан препараттар бар. Улар вирусты тулысынса юҡ итмәй, ләкин уны контролдә тоторға мөмкинлек бирә, СПИД стадияһының башланмауын иҫкәртә. ВИЧ-инфекциялы дарыуҙарҙы ваҡытында эсеп, дауаланһа, уның ғүмере башҡа кешеләрҙең тормошонан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Аныҡлап әйткәндә, ауырыуға ғүмер буйы бер нисә дарыу тәғәйенләнә, улар кеше организмында вирус күбәйеүен туҡтата һәм тулы тормош менән йәшәү мөмкинлеге бирә. Үҙ сәләмәтлегенә битараф булмаусылар уртаса кеше ғүмерен йәшәй ала.
Хәҙерге заманда табип-инфекционист күҙәтеүе аҫтында булған ВИЧ-инфекциялы йөклө ҡатын-ҡыҙ сәләмәт бала таба ала. Был һаулыҡ һаҡлау системаһының ВИЧ/СПИД-ҡа ҡаршы көрәшенең иң юғары ҡаҙаныштарының береһе.
Рәсәйҙә ВИЧ-инфекцияһын дауалау дәүләт тарафынан финанслана, йәғни ҡиммәтле АРВП (антиретровирус препараттары) пациенттарға бушлай бирелә.
ВИЧ-инфекцияһының профилактика саралары
Пациенттарҙан йыш ҡына «Ни өсөн мин?»--тигән һорауҙарҙы ишетергә тура килә. Йәғни, күптәр ВИЧ-инфекция менән "кемдер" һәм «ҡайҙалыр» ауырый, миңә был сир бер ваҡытта ла ҡағылмаясаҡ тип уйлай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, сир беҙҙең йәнәшәлә һәм аҙым һайын барыбыҙҙы ла һағалап тора.
Һәр кем үҙ һаулығы өсөн үҙе яуаплы. Иҫегеҙҙән сығармағыҙ: һаҡлыҡ саралары күрелмәгән осраҡлы енси бәйләнеш үтә лә хәүефле.
Никахҡа тиклем енси тормоштан баш тартырға, тәртипһеҙ һәм осраҡлы бәйләнештәргә инмәҫкә, тоғролоҡ һаҡларға, барьерлы һаҡланыу сараларын (презервативтар) ҡулланырға, шулай уҡ инъекциялар, татуировкалар өсөн бары тик стериль йәки бер тапҡыр ҡулланылған инструменттарҙы ғына файҙаланырға кәрәк.
Башҡа кеше ҡаны булған предметтарға тейергә ярамай, айырыуса ҡулдарыңда яра булғанда. Урамда табылған шприцтар айырыуса хәүефле. Һәр кешенең үҙ теш щеткаһы, маникюр ҡайсыһы, ҡырынғысы булырға тейеш. Был гигиена ҡағиҙәләрен һәр кем үтәүе мөһим. Ҡолаҡтарҙы тиштереү, присинг тик косметологта ғына һәм бер тапҡыр ҡулланылыусы инструмент менән генә эшләнергә тейеш.
Алкоголь һәм наркотиктар ҡулланыу тыйыла, сөнки кеше улар йоғонтоһонда контроль юғалта, һаҡланыу сараларын иҫәпкә алмайынса енси бәйләнешкә инә һәм бәхетһеҙ осраҡҡа тарый.
Бөгөнгө көндә СПИД-ҡа һәм инфекцион сирҙәргә ҡаршы көрәш һәм профилактикалау буйынса республика үҙәгенең Сибай филиалында 622 кеше иҫәптә тора, шуларҙың 4-е бала. Филиал Сибай ҡалаһын, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарын хеҙмәтләндерә. Сибай ҡалаһында иҫәптә--297, Баймаҡ районында--181 кеше, Йылайыр районында--44, Хәйбулла районында 100 кеше тора.
Филиал булдырылғандан алып Сибайҙа--567 ВИЧ-инфекциялы, Баймаҡ районында--371, Йылайыр районында--87, Хәйбулла районында—185 кеше иҫәпләнгән. Филиал буйынса 1240 ВИЧ-инфекциялы күҙәтеү аҫтында тотолған.
Сирҙән Сибайҙа--241, Баймаҡ районында--146, Йылайыр районында--30, Хәйбулла районында 59 сирле үлгән. Филиал буйынса 476 ВИЧ-инфекциялы кешенең ғүмере өҙөлгән.
2025 йылдың 9 айында Сибайҙа--21, Баймаҡ районында--15, Йылайыр районында--3, Хәйбулла районында 7 кеше асыҡланған. Филиал буйынса бөтәһе 46 ВИЧ-инфекциялы иҫәпкә алынған.
2025 йылдың 9 айында Сибайҙа--11, Баймаҡ районында--10, Йылайыр районында--3, Хәйбулла районында 3 ВИЧ-инфекциялы вафат булған. Филиал буйынса 46 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Һуңғы йылдарҙа өлкән йәштәгеләр араһында ВИЧ-инфекция йоҡтороусылар һаны арттырыуы күҙәтелә. Әлеге ваҡытта ВИЧ-инфекция менән иҫәптә тороусы 60 йәштән үткән Сибайҙа-30, Баймаҡ районында-23, Йылайыр районында-3, Хәйбулла районында 6 кеше бар. Бөтәһе 62 оло кеше иҫәптә тора.
Әгәр ҙә йәштәр ВИЧ-инфекция тураһында яҡшы хәбәрҙәр булһа (мәктәптәрҙә өлкән класс уҡыусылары, махсус урта белем биреү һәм юғары уҡыу йорто студенттары алдында лекциялар, ҡала күләмендә уҙғарылған төрлө саралар үҙ һөҙөмтәләрен бирә), өлкән быуынға мәғлүмәт етешмәй. Улар был ауырыу бар икәнен белә, ләкин профилактика сараларын инҡар итә. Уларҙың күбеһе был хәл минең менән түгел, кемдер икенсе берәү менән була тип уйлай. Алкоголле эсемлектәр ҡулланыу ҙа әхлаҡи ҡиммәттәрҙе боҙа.
Һуңғы арала Әбйәлил районында ВИЧ-инфекцияға бәйле хәлдәр яҡшынан түгелле өҫкә ҡалҡып сыҡты. Был район беҙҙең филиалға ҡарамаһа ла, сағыштырыу өсөн түбәндәге һандарға күҙ һалайыҡ.
2024 йылда Сибайҙа 56430 кеше иҫәбенә ВИЧ-инфекцияһы менән зарарланыуҙың 33 осрағы асыҡланған, ә Әбйәлил районында халыҡ һаны 43983 кеше булған осраҡта 50 осраҡ теркәлгән. 2025 йылдың 9 айында Сибайҙа ВИЧ-инфекция 21 кеше иҫәпкә алынһа, Әбйәлил районында 20 кеше булыуы хафаға һала.
Фирҙәүес Әхмәтова, табип-инфекционист.
*
Сәләмәт кеше организмына вирус ВИЧ инфекциялы кешенән генә йоғорға мөмкин. Р
*
1988 йылдан алып 1 декабрҙә Бөтә донъя ВИЧ-СПИД-ты иҫкәртеү көнө билдәләнә. Был көн йоғошло сирҙең кире эҙемтәләрен кәметеү буйынса эшкә дәүләт һәм йәмғиәт иғтибарын тағы ла көсәйтеү, халыҡҡа уның тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатында булдырылған. Вич-инфекцияһы, уның күсеү юлдары хаҡында ни тиклем күберәк белһәң, уны йоҡтороу хәүефе лә шул тиклем кәмей.
*
Сирҙе иҫкәртеү эше алып барылһа ла, ул йылдан-йыл нығыраҡ тарала һәм күп илдең социаль-иҡтисади үҫешенә хәүеф янай. Тап шуның өсөн ҡурҡыныс ауырыуҙы иҫкәртеү мәсьәләһе медицина өлкәһенең генә түгел, ә социаль проблемаға ла әйләнде.
*
«Африканан килгән СПИД сире тиҙ генә йоға ла кешене үлтерә икән» кеүегерәк хәбәрҙәр улар, әммә күҙгә күренмәгән был афәт күпкә ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешелек донъяһы уның алдында һаман да көсһөҙ, инфекцияны еңеү әмәле юҡ.
*
Белгестәр күптән саң ҡаға: илдә ВИЧ-инфекция эпидемияһы башланыу алдында, Рәсәйҙәге һәр 100-сө кеше ошо сиргә дусар! Рәсми сығанаҡтар бының менән ризалашмаһа ла, уйланырға урын бар...
фото интернеттан