Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Июль 2025, 16:00

Юлыҡта—фельдшер пункты

Тиҙҙән Юлыҡ ауылында өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишеген асасаҡ.

Юлыҡта—фельдшер пункты
Юлыҡта—фельдшер пункты

Яҙын Баймаҡ районы  Юлыҡ ауылында Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса дөйөм практика табибы офисы төҙөлә башлағайны. Хәҙер фельдшер-акушерлыҡ пунктында һыу һәм канализация бар. Территорияны төҙөкләндереү тамамлана. Санитар-эпидемиологик һығымта алыу процедураһы үткәрелә, артабан лицензия бирелә. Объекттың майҙаны 195,2 квадрат метр тәшкил итә. Унда көндөҙгө стационар, педиатр, терапевт, процедура кабинеты, прививка яһау, күҙәтеү һәм башҡа бүлмәләр буласаҡ.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас