Әйткәндәй, 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа беренсе урында.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрыАйрат Рәхмәтуллин 2024 йылда төбәктә 135 модулле ФАП һәм амбулатория төҙөлөүен, 206 берәмек автотранспорт һәм 8 меңдән ашыу медицина аппараты һатып алыныуын белдерҙе. Был һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу осоронда рекордлы күрһәткестәр. 9 медицина объекты капиталь ремонтланған, Кушнаренкола поликлиника төҙөлә. Медицина кадрҙары менән тәьмин итеү яҡшыра, республиканың медицина учреждениеларында 55,38 мең хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән 16 177 табип һәм 39 203 шәфҡәт туташы һәм фельдшерҙар. Медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүҙә «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры», «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программалары ярҙам итә. Былтыр улар буйынса 279 кеше дөйөм суммаһы 280 миллион һумға түләү алған. Башҡортостан «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларын федераль финанслау буйынса Рәсәйҙең тәүге 5 субъекты иҫәбенә инә.
2025 йылда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» һәм «Ғаилә» яңы милли проекты буйынса дауам итәсәк. «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөү планлаштырыла. Тағы ла һигеҙ ҡатын-ҡыҙ консультацияһы райондарҙа асыласаҡ. Был маҡсатҡа 700 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжының филиалын асыу планлаштырыла. Шулай уҡ, ағымдағы йылда алты поликлиника төҙөлөшөн тамамларға, 9 бинаны ремонтларға, 134 тиҙ төҙөлә торған модуль конструкцияһын ҡороу һәм 99 берәмек санитар автотранспорт һатып алырға кәрәк.
-Хәйбулла районында Сибай медицина колледжы филиалын асыу бик кәрәкле эш. Һуңғы йылдарҙа йәштәр был һөнәрҙең мөһимлеген аңлай һәм ошо юҫыҡҡа ныҡлы ынтыла. Төбәк өсөн был бик ҙур аҙым,--ти үҙәк дауахананың прфком рәйесе, йәмәғәт фекере лидеры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Басир Шәрипов.