АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Август , 17:00

ДАУАХАНА АВТОПАРКЫ ТУЛЫЛАНДЫ

Бөгөн, 27 августа, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың 43 медицина ойошмаһына 135 LADA Granta автомобиле асҡыстарын тапшырҙы. Улар араһында беҙҙең төбәктең һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ла бар. Мәҫәлән, Аҡъяр үҙәк дауаханаһына ике машина бирелгән.

ДАУАХАНА АВТОПАРКЫ ТУЛЫЛАНДЫ
ДАУАХАНА АВТОПАРКЫ ТУЛЫЛАНДЫ

Бөгөн, 27 августа, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың 43 медицина ойошмаһына 135 LADA Granta автомобиле асҡыстарын тапшырҙы.

«Был автомобилдәр, медицинаны һәр кемгә мөмкин тиклем яҡынайтыуға булышып, беҙҙең халыҡҡа хеҙмәт итәсәк. Поликлиникаға йәки дауаханаға үҙ аллы барып етеүе ауыр булғандарға ярҙам итеү өсөн, терапевтар һәм педиатрҙар пациенттарының өйҙәренә килә алһын өсөн. Был мөһим эш, беҙ уны дауам итәбеҙ – йыл аҙағына тиклем тағы ла 70 машина көтөлә. Беҙҙең медицина технологик яҡтан тағы ла үҫешкәнерәк, иң мөһиме, кешеләргә мөмкин тиклем яҡыныраҡ булһын», – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе илебеҙҙә етештерелгән яңы техниканы ҡарап сыҡты. «Лада Гранта» автомобилдәре пациенттарҙы дауаханаларға һәм поликлиникаларға алып барыу өсөн тәғәйенләнгән. Машиналар республиканың алыҫ райондарында, айырыуса юлһыҙ урындарҙа алмаштырғыһыҙ. Улар уңайлы булыуҙары менән айырылып тора, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

– Быйыл 206 автомобиль тапшырабыҙ, улар ҡайһы берҙә егермешәр йыл файҙаланылған иҫкергән техниканы алмаштыра. Был медицина үҫешенә етди этәргес булып тора – ошо йылдар дауамында автопаркты яңыртыу буйынса эш алып барабыҙ. Тап ошоно беҙ медицинаны кешеләргә яҡынайтыу тип атайбыҙ ҙа инде, – тине Башҡортостан Башлығы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенең һорауына яуап биреп.

Автомобилдәр федераль һәм республика аҡсаһына һатып алынған, уларҙың дөйөм суммаһы – 162,4 миллион һум.

Белешмә

Яңы автомобилдәр «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау» төбәк программаһы сиктәрендә беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәткән медицина ойошмаларын, ауыл ерендә, ҡала тибындағы ҡасабаларҙа һәм 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан үҙәк район һәм район дауаханаларын йыһазландырыу өсөн 657 берәмек автотранспорт һатып алыу планлаштырыла. 2021-2023 йылдарҙа 352 автотранспорт һатып алынған. 2024 йылда – 206, 2025 йылда иһә тағы  99 автотранспорт алыу күҙаллана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-27/v-bashkirii-43-medorganizatsii-poluchili-135-spetsavtomobiley-na-baze-lada-granta-3900263

--Аҡъяр үҙәк дауаханаһына ике "Лада Гранта" бирелде. Баш табипҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уның асҡыстарын тантаналы рәүештә тапшырҙы. Яңы техника "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә алынған. Йыраҡ ауылдарҙа ятҡан ауылдарҙа йәшәүселәргә барыу еңелләшер, тигән өмөттәбеҙ. Хәйбулла халҡы исеменән республика Хөкүмәтенә рәхмәт белдерәм,--ти социаль селтәрҙә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: