АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Апрель , 18:20

ҒҮМӘРҘӘРГӘ - ЯҘ БҮЛӘГЕ

Яҙғы салт, аяҙ, матур көндө Ғүмәр ауылы халҡының йөҙө нурланып, үҙҙәре лә ошо яҙ төҫөнә, яҙ асылына инде, ахыры... Сөнки һөйөнөстәре ҙур уларҙың...

ҒҮМӘРҘӘРГӘ - ЯҘ БҮЛӘГЕ
ҒҮМӘРҘӘРГӘ - ЯҘ БҮЛӘГЕ

--Бөгөн Ғүмәр ауылында шатлыҡлы ваҡиға, бында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был көтөп алынған һәм ауыл өсөн бик кәрәкле социаль объект. Сөнки бында өс йөҙҙән ашыу кеше йәшәй, балалар һәм өлкәндәр күп.
Төҙөлөш ауыл халҡы ярҙамы менән ҡыҫҡа ваҡытта атҡарылып сыҡты. Подрядсы ойошмаға, эшселәргә, Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибына, Ярат ауыл биләмәһе хакимиәтенә рәхмәт һүҙҙәре еткерәм.
Барығыҙға ла уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем!--тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Автор:Резеда Валиева