-2 °С
Болотло
Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы республикала быума йүтәл менән ауырыу осраҡтарының артыуын билдәләй. Быйыл 10 айҙа 324 кеше сирләне, уларҙың 317-һе - балалар, тип хәбәр итә күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте. Белгестәр әйтеүенсә, бер аҙнанан ашыу дауам иткән йүтәл ауырыуҙың тәүге билдәһе булып тора. Был осраҡта табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ауырыу лаборатор тикшереү ваҡытында ғына раҫлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала киҫкен респиратор инфекцияларменән сирләү осраҡтары ла күбәйә бара. Бер аҙнала сирле уҡыусылар 60% артҡан.
БАШИНФОРМ