АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Декабрь 2022, 19:50

Мәмбәттә фельдшер-акушер пункты асылды

Бөгөнгө көн Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы халҡы өсөн бигерәк тә иҫтәлекле. Ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты. Тантаналы сарала Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да ҡатнашты.Әлегә тиклем 450 кеше йәшәгән ауылда ФАП клуб бинаһында урынлашып, заманса нормаларға тап килмәй ине. Хәҙер иһә ауыл халҡы кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған яҡты, йылы, уңайлы модулле бинала медицина ярҙамы аласаҡ.Был бинаны асыу табипҡа тиклем медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш, сирҙәрҙе иҫкәртеү, шулай уҡ халыҡты диспансерлаштырыу менән дә шөғөлләнергә мөмкинлек бирәсәк.

Мәмбәттә фельдшер-акушер пункты асылды
Мәмбәттә фельдшер-акушер пункты асылды

«Ауыл халҡын һәм ауыл фельдшеры Фәрзәнә Ғәлийән ҡыҙын бөгөнгө матур ваҡиға менән ҡотлайым. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ауыл өсөн икенсе һулыш булһын, мөмкин тиклем күберәк кешегә ярҙам итһен!» - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Мәмбәттәрҙең ҡыуанысы менән уртаҡлашабыҙ!

Мәмбәттә фельдшер-акушер пункты асылды
Мәмбәттә фельдшер-акушер пункты асылды
Автор:Гульдар Кадаева