Бөгөн Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин республиканың һаулыҡ һаҡлау учерждениеларына аҙ мобилле пациенттарға һәм беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн 32 автомобиль бүләк итте. Яңы техника «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алынған.
—Беҙ һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһына ярҙам күрһәтеүсе ил һәм республика етәкселегенә оло рәхмәтлебеҙ. Артабан да шарттар булдырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ,—тип белдерҙе Максим Забелин.
Автомобилдәр компьютер, ЭРА-ГЛОНАСС экстрен хәбәр итеү системаһы, хәүефһеҙлек яҫтығы һәм башҡа заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
Яңы автомобилдәр Өфөнөң 8 ҡала клиник дауаханаһына, 2-се, 5-се балалар поликлиникаһына, Баймаҡ һәм Учалы үҙәк ҡала дауаханаһына, бер нисә район дауаханаһына тапшырылды.
Мәғлүмәт һәм фото БАШИНФОРМ сайтынан алынды.