АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Июнь 2022, 11:50

Стоматология кабинеттары асыла

Йыл аҙағына тиклем йәнә 12 мәктәптә теш табибы кабинеты асыласаҡ.

Стоматология кабинеттары асыла
Стоматология кабинеттары асыла

—Бала саҡта теш йүнәттереү—ауыр бурыс. Балалар ҡурҡа, ололарға уларҙы алып йөрөү ҙә мәшәҡәт. Шуға ла мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары булдырырға ҡарар иттек. Проект үҙен аҡланы. «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә 68 стоматология кабинеты асылды. Барыһының да лицензияһы бар, кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырылған. Бер уҡыу йылында ғына 86 мең уҡыусы стоматолог креслаһында булған да инде. Педагогтарҙы ла хәстәрләйбеҙ.
Яҡын киләсәктә—2022 йылдың аҙағына йәнә 12 стоматология кабинеты асыу күҙаллана. Планға ярашлы алға барабыҙ, —тип яҙа социаль селтәрҙә республика Башлығы Р.Хәбиров.





Автор:Резеда Валиева