Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Июнь 2022, 14:25

Бала табырға Баймаҡҡа, йә Өфөгә

1 июлдән 17 июлгә ҡәҙәр Сибай район-ара перинаталь үҙәге Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы графигына ярашлы планлы дезинфекцияға ябыла. Бала табыу йортонда тейешле эштәр атҡарылған арауыҡта әсә буласаҡ ҡатын-ҡыҙҙар дублер-дауаханаларға оҙатыла.

Бала табырға Баймаҡҡа, йә Өфөгә
Бала табырға Баймаҡҡа, йә Өфөгә

 Түбән һәм урта хәүеф төркөмөнә ҡараған йөклө ҡатындар маршруты дублеры – Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы иҫәпләнә. Юғары хәүеф төркөмөнә ингәндәр Өфөнөң Ҡыуатов исемендәге клиник дауахананың бала табыу бүлегенә ебәреләсәк.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: