АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Март 2022, 08:45

Башҡортостанда Телеграм мессенджерында медицина чаттары булдырылды

. Һәр кем хеҙмәтләндереүгә ҡағылышлы һорауҙарҙы ошонда бирә ала, ә медицина ойошмаһы вәкиле ике сәғәт эсендә яуап ҡайтарырға бурыслы.

Бында дауалау буйынса һәм медицина кәңәштәре алып булмаясаҡ. Чаттар “ЗдравКонтроль” федераль,"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекттарына ярашлы булдырылған. Проекттың төп маҡсаты – халыҡ өсөн медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу, һәр кемдең унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу.

“Был проект айырыуса пандемия осоронда көнүҙәк, күп процестар хәҙер онлайн режимында бара. Ул медицина ярҙамы алыу буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә дауалау ойошмалары менән пациенттарҙы тағы ла яҡынлаштырыуға булышасаҡ. Проблемаларға оператив иғтибар йүнәлтергә, уларҙы яйға һалырға ярҙам итәсәк”, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Чаттар Башҡортостандың һәр округында булдырылған, 8.00 - 20.00 сәғәттәрҙә эшләйҙәр. Улар тураһында мәғлүмәт Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм медицина ойошмалары сайттарында урынлаштырылған.

“Медицина чаты ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең проблемаларын йәһәтерәк хәл итергә ярҙамлашасаҡ. Беҙ дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, төбәк йәмәғәт палаталары, пациенттар ойошмалары тарафынан системалы әүҙем саралар ҡабул ителеүе өсөн шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ. Шулай уҡ халыҡтың хоҡуҡи белемен арттырыуға йүнәлтелгән саралар уҙғарыу планлаштырыла”, - тине  проект етәксеһе, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы медицина ойошмалары тарафынан күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатын баһалау буйынса йәмәғәт советы ағзаһы Евгений Мартынов.

Пилот проекты 2018 йылда Мәскәү өлкәһендә һынау тота. Ошо ваҡыт эсендә 100 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Федераль проект Рәсәй Президенты гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Чат мәғлүмәттәре төбәктәге бөтә ҡала һәм ауылдарҙы йәлеп итә. Һәр береһендә һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар, модераторҙар, ирекмәндәр ҡатнаша. Төп мәсьәләләр - табипҡа яҙылыу, уны өйгә саҡырыуға бәйле барлыҡҡа килгән проблемалар, поликлиникаларҙағы сират, тикшереү һәм тест үтеү өсөн яҙылыу, норматив документтарҙы аңлатыу һәм яуап биреү. Ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт итмәҫкә: диагноз ҡуйыу, терапия тәғәйенләү, дарыуҙар һәм медицина хеҙмәттәре хаҡы, ашығыс ярҙам эшмәкәрлеге, дауаханаға ятыу мәсьәләләре.

Үҙеңдең медицина округындағы чатҡа инеү бик еңел – һылтанма буйынса йәки QR-кодты сканлап инергә мөмкин.

 Дыуан медицина округы – https://t.me/+8Nc_asiOCJA5YTEy

 Нефтекама медицина округы - https://t.me/+v8G1YQypTWA5NDFi

Бөрө медицина округы - https://t.me/+s9E82ULee7oxMjky

Белорет медицина округы - https://t.me/+gaLTmtcASCMzOWYy

Сибай медицина округы - https://t.me/+gigpYxqH71llYjli

Кумертау медицина округы - https://t.me/+mNUcVxEtMhc0NzJi

Октябрьский медицина округы - https://t.me/+MrEg_Ue6hIxYTcy

Стәрлетамаҡ медицина округы - https://t.me/+KLXBfN7adE84ZTcy

Өфө ҡалаһы медицина округы  - https://t.me/+zEO2nmm02N8zYzVi

 Үҙәк  медицина округы - https://t.me/+qsiDHOAZWMk5NjFi

Фото: Resbash.ru

**

Башҡортостанда Телеграм мессенджерында медицина чаттары булдырылды
Башҡортостанда Телеграм мессенджерында медицина чаттары булдырылды
Автор:Гульдар Кадаева