Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Март 2022, 13:30

СӘЛӘХТӘ ЛӘ ФАП БАР

Бөгөн Йылайыр районы Сәләх ауылында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

СӘЛӘХТӘ ЛӘ ФАП БАР
СӘЛӘХТӘ ЛӘ ФАП БАР

Бөгөн Йылайыр районы Сәләх ауылында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Унда пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура-прививка кабинеттары, көтөү урыны, санитар һәм персонал өсөн сисенеү бүлмәләре бар.

ФАП ауылдың уртаһында урынлашыуы менән халыҡ өсөн бик уңайлы. Медицина учреждениеһын асыу тантанаһында Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Тотманов, район советы секретары Илшат Солтангәрәев, Йылайыр район дауаханаһы башлығы Илдар Хәмитов ҡатнашты.

 

Автор:Резеда Валиева