АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Март 2022, 18:50

Медицина тикшереүе һәм диспансерлаштырыу тергеҙелде

Радий Хәбиров Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм муниципалитет етәкселәренә 28 февралдән өлкән йәштәгеләрҙе профилактик тикшереүҙе һәм диспансерлаштырыуҙы башларға ҡушты.

«Район башлыҡтарына бының менән шәхсән шөғөлләнергә ҡушам. Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеүе яҡшыраҡ», - тине республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Башҡортостан вице-премьеры - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләүгә бәйле хәл диспансерлаштырыуҙы һәм медицина тикшереүен башларға мөмкинлек бирә.

«Сир йоҡтороу осраҡтарының аҙайыуы ла ковид-госпиталдәрҙә койкалар һанын кәметергә мөмкинлек бирә», - тине Максим Забелин.

Республика оперштабы мәғлүмәттәре буйынса, сирлеләрҙең дөйөм һаны 222 132-гә еткән (тәүлегенә 3 442 осраҡ).

Автор:гульдар кадаева
Читайте нас: