Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Февраль 2022, 12:00

Госпиталь тиҙ төҙөлә

Вәғәҙә ителгәнсә, Сибайҙа инфекцион госпиталь тиҙ төҙөлә. Бында көндә яңы корпус ҡалҡа, биналарҙың ҡыйыҡтары ла ябылып бөтөп бара. Бөтә эштәр «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә атҡарыла.  

Госпиталь тиҙ төҙөлә
Госпиталь тиҙ төҙөлә

Башта ҡоро ерҙә ҡасан дауахана хасил була әле тип көтһәк, әле ҡурай тажы рәүешендәге корпустар ҡалҡып сығып бөттө лә инде. Бөтә корпустарҙың да металл конструкциялары теҙелде, әлеге ваҡытта сэндвич панелдәрҙе монтажлау тамамланыуға бара. Бындай технология бина стеналарынан, ҡыйыҡтан йылылыҡ тышҡа сыҡмаһын, һалҡын эскә инмәһен өсөн ҡулланыла. Бынан тыш, корпус эсен бүлгән стеналар ҙа ҡорола һәм нығытыла. Бер юлы ике корпуста эштәр тигеҙ алып барыла: эске яҡты бүлеү стеналары күтәрелә, ҡыйыҡ ябылғандан һуң аҫ яғы йылытыла, тәҙрә уйымдары әҙерләнеп, материалдар килеүе көтөлә. Быға ҡәҙәр ҡышҡы һыуыҡта тышта эшләгән төҙөүселәр оҙаҡламай тулыһынса бина эсенә инеп, йылы шарттарҙа хеҙмәттәрен дауам итәсәк. Төҙөлөш тиҙлеген юғалтмаһын өсөн эш тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Объектҡа бөтәһе 250-нән ашыу кеше, 50 берәмек техника йәлеп ителгән.

Госпиталь тиҙ төҙөлә
Госпиталь тиҙ төҙөлә
Автор:Гульдар Кадаева