Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Февраль 2022, 09:15

Тәүлек әйләнәһенә эшләйҙәр

Сибайҙа ПЦР-тесты иртәнсәк кенә түгел, кис тапшырырға ла мөмкин. Урында ҡала поликлиникаһының ғына түгел, лабораторияның да эш графигы үҙгәрҙе – бында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы анализдарҙы тикшереү тәүлек әйләнәһендә дауам итә.

Тәүлек әйләнәһенә эшләйҙәр
Тәүлек әйләнәһенә эшләйҙәр

ПЦР –полимеразлы сылбырлы реакция,  ул инфекцион ауырыуҙарҙы диагностикалауҙа ҡулланылған заманса алым. Ул кешенән алынған анализда йоғошло сир молекулаһының аҙ ғына миҡдарын да күрһәтеүгә һәләтле. ПЦР –ҙы алыуы ғына еңел, ә ғәмәлдә ул бик күп этаптарҙан торған технологик яҡтан ҡатмарлы һәм оҙайлы процесс. Сибай ҡалаһы лабораторияһына урында йәшәүселәрҙең генә түгел, тотош Урал аръяғы райондарынан да пробалар килтерелә. Һәр анализ журналға теркәлә, маркерлана, тикшерелә һәм һөҙөмтәһе мөрәжәғәт итеүсегә еткерелә.

 

--Йоғошло сир тиҙ таралғанлыҡтан көсөргәнешле эш режимына күстек. Әлеге ваҡытта беҙҙә пробаларҙы урынлаштырып тикшерә торған ике прибор бар. Уларҙың ҡеүәте 130 урынға иҫәпләнгән. Йәғни, 5-6 сәғәт эсендә ике ҡоролмалала 130-шарҙан, йәмғеһе 260 анализды тикшерә алабыҙ, -- ти Сибай поликлиникаһының клиника-диагностика лабораторияһы мөдире СХ: Юлиә Рафиҡова.

Һуңғы арала ҡалала тәүлегенә 76 кеше коронавирус йоҡтороуы теркәлгән. Госпиталдә 26 сирле дауалана, шуларҙың икәүһе реанимацияла ята. Сир сигенергә уйламай, лаборатория көндә 500-ҙән ашыу проба ҡабул итеп эшкәртә. Сибай поликлиникаһы, Аҡъяр, Йылайыр, Баймаҡ дауаханаларынан материалдар туҡтауһыҙ килеүен дауам итә.

Көсөргәнешле мәлдә лабратория хеҙмәткәрҙәре киске 8-се яртыға ҡәҙәр анализ ала. Материалдарҙы тикшереү эштәре иһә тәүлек әйләнәһенә ойошторолған.

 

Тәүлек әйләнәһенә эшләйҙәр
Тәүлек әйләнәһенә эшләйҙәр
Автор:Гульдар Кадаева