Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Февраль 2022, 10:05

Йәш көстәр ҡушылды

Йоғошло сир медицина персоналын да урап үтмәне. Хеҙмәткәрҙәрҙең 10 проценты сирләүгә ҡарамаҫтан, дауаханала көсөргәнешле эшләй. Ситтән йәш көстәр ҙә ҡушылды, Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторҙары, 1-се, 5-се курс студенттары, Сибай медицина колледжынан ҡыҙҙар-егеттәр белгестәргә ярҙам күрһәтә.

Йәш көстәр ҡушылды
Йәш көстәр ҡушылды

Сибай ҡалаһында COVID йоҡтороусылар һаны күбәйгәндән күбәйә. Балаларҙың да ауырыуы хафаға һала. Ҡалалаштарға медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында өлкәндәр һәм балалар поликлиникаларының эш графигы үҙгәрҙе.

 

Был сир медицина персоналын да урап үтмәне. Хеҙмәткәрҙәрҙең 10 проценты сирләүгә ҡарамаҫтан, дауаханала көсөргәнешле эшләй. Ситтән йәш көстәр ҙә ҡушылды, Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторҙары, 1-се, 5-се курс студенттары, Сибай медицина колледжынан ҡыҙҙар-егеттәр белгестәргә ярҙам күрһәтә.

--Беҙ 3 аҙнаға бында практика үтергә килдек, башлыса поликлиникала табип-терапевтарға ярҙам итешәбеҙ. Әлеге мәлдә хирург янында шәфҡәт туташы булараҡ ҡабул итеүҙә ултырам. Сирлеләргә анализға, рентген, ЭКГ үтеүгә йүнәлтмәләр яҙам, Промед программаһына белешмәләр тултырыу ҙа миңә йөкмәтелде, -- ти Башҡорт дәүләт медицина университетының V курс студенткаһы Наҙгөл Ҡотлоәхмәтова.

Ярҙамға килгән йәштәр колл-үҙәктә, регистратурала һәм ковид-штабта булыша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ :поликлиника иртәнге 8-се яртынан киске унға ҡәҙәр көн һайын ялһыҙ эшләй. Медицина хеҙмәткәрҙәре киске туғыҙға ҡәҙәр саҡырыу буйынса өйҙәргә лә барып ауырыуҙарҙы ҡарай. Балалар поликлиникаһы киске һигеҙгә ҡәҙәр сирлеләрҙе ҡабул итә. ПЦР-лабораторияһы тәүлек әйләнеһенә эшләүгә күсте. Вируслы инфекция йоҡтороусылар айырым фильтр бүлектә ҡарала. Өйҙәргә йөрөп хеҙмәтләндергән күсмә бригадалар бар.

Әгәр ҙә ауырыуҙың симптомдарын тойһағыҙ:

  1. өйҙә ҡалығыҙ;
  2. аралашыуҙы сикләгеҙ;
  3. 122 һаны буйынса шылтыратып табип саҡыртығыҙ.

Тағы ла бер тапҡыр вакцинация, ревакцинация тураһында иҫкәртәбеҙ, һаҡланыу саралары күрегеҙ: битлек кейегеҙ, ҡулдарығыҙҙы йыуығыҙ, социаль арауыҡ тотоғоҙ, күмәк кеше йыйылған ерҙә йөрөмәгеҙ.

 

Йәш көстәр ҡушылды
Йәш көстәр ҡушылды
Автор:Гульдар Кадаева