

—Бөгөн иһә гимназия уҡыусылары менән атай-әсәйҙәрен ҡабул иттек. Ҡыҙҙар-малайҙар прививка яһатыуҙан бер ҙә ҡурҡмай. Табиптарға ышаныусылар, белгестәр фекеренә ҡолаҡ һалыусылар өсөн вакцинация хәүеф тыуҙырмай, киреһенсә, улар йәһәт эшләтеп, балаларында иммунитет тиҙерәк барлыҡҡа килеүен теләй.
Ысынлап та, “Спутник М” вакцинаһынында “Спутник V” препаратына ҡарағанда титрҙар кәмерәк, шуға күрә уға организмдың реакцияһы ла түбәнерәк. Ябай киҙеүгә ҡаршы яһалған препарат кеүек баланың организмы уны еңел ҡабул итә. Унан һуң бер ниндәй ҙә өҙлөгөүҙәр күҙәтелмәй.
Балаларын прививка яһатырға алып килгән ата-әсәләр менән дә һөйләштек.
--Әлбиттә, башта ҡурҡыта ине, хәҙер вакцинаның ауырыуҙы еңә алған берҙән-бер ҡаршы тороу сараһы булыуын аңланыҡ. Балам да юҡ тимәне, шуға күрә кеше ыңғайына яһаттыҡ, -- ти Аделина исемле ҡыҙҙың әсәһе.
Процедура кабинетының шәфҡәт туташы Рәйсә Янбаева ла балаларҙың белемле, аҡыллы булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
--Хәҙер бит мәғлүмәт өҫкә яуап тора. Теләһә ниндәй ялған фекерҙәргә ҡолаҡ һалмай, вакцина яһатырға килгән үҫмерҙәр үҙҙәрен бик тыныс тота. Ысынлап та, прививка яһатыуҙан түгел, бик тиҙ таралған йоғошло сирҙән, уның эҙемтәләренән ҡурҡырға кәрәк, -- ти шәфҡәт туташы.