

Әммә өлкәндәргә яһалған препараттағы кеүек был вакцинала вирустың тере һәм күбәйеүгә яраҡлы өлөшө юҡ. Райондың баш педиатры Фәнисә Аҡбулатова әйтеүенсә, төбәккә килгән тәүге 60 доза вакцина өс мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнә. Бөгөн – 31 ғинуарҙа Аҡъярҙың 1-се, Бүребай мәктәптәре уҡыусыларына прививка яһалһа, 1 февралдә Аҡъярҙың 2-се мәктәбенән 17 бала процедураға киләсәк. Дөйөм алғанда, әлеге ваҡытҡа районда 12 йәштән алып 17 йәшкәсә 30 балаға эшләнгән. Бөтәһе 70-тән ашыу уҡыусы коронавирусҡа ҡаршы укол һалдырырға теләк белдергән. 15 йәштән үткәндәр үҙҙәре вакцина яһатырға теләк белдерһә, унан бәлкәстәргә укол ҡаҙатыу өсөн ата-әсәйҙәре ризалығы алына. Күптәр прививканың беренсе компонентын дауаханаға ата-әсәйҙәре оҙатыуында килеп яһата. Шулай ышаныслыраҡ та, тыныс та. Вакцина яһатҡандан һуң хәлдәре киҫкенләшеүгә зарланғандар юҡ.
Светлана Сахно фотоһы.