Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Ғинуар 2022, 16:20

Тиҙ йоға, тиҙ тарала

Республикала коронавирустың омикрон штамы ҡапыл тарала башлауы күҙәтелә. Хәҙер инде 23 кеше омикрон менән ауырый. Бер нисә көн был штамм менән ауырығандар һаны тиҫтәгә лә етмәй ине.

Тиҙ йоға, тиҙ тарала
Тиҙ йоға, тиҙ тарала

Омикрондың тиҙ таралыуын иҫәпкә алып, төбәктә һаҡланыу саралары күрелә. 30-ҙан артыҡ кешене йыйылыштарға йыйырға ярамай, бөтә кәңәшмә-оперативкалар онлайн режимда үткәрелә, ҙур мәҙәни һәм спорт саралары кисектерелә. Учреждениеларға хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсереү тәҡдим ителә.

Автор:Гульдар Кадаева