Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Ғинуар 2022, 13:00

Үҫмерҙәрҙе хәстәрләп

Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 йәштән алып 17 йәшкәсә балаларға һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән эпидемиологик күрһәтмәләр буйынса профилактик прививка календаренә коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны индерҙе.

Үҫмерҙәрҙе хәстәрләп
Үҫмерҙәрҙе хәстәрләп

Донъяла коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло түгел. Ошонан сығып Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 йәштән алып 17 йәшкәсә балаларға һәм үҫмерҙәргә эпидемиологик күрһәтмәләр буйынса профилактик прививка календаренә коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны индерҙе.

 

12 йәштән алып 17 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр йыл һайын йоғошло сиргә ҡаршы прививка яһата ала. Бындай мөмкинлек Һаулыҡ һаҡлау министрлығының яңыртылған документына ярашлы булдырылды. Йәғни эпидемиологик күрһәтмәләр буйынса профилактик прививка федераль календаренә тап короновирусҡа ҡаршы вакцина өҫтәлде.

Ведомство тарафынан үҫмерҙәр өсөнсө кимәлдәге өҫтөнлөккә индерелә, йәғни уларға 60 йәштән үткән кешеләрҙән, медицина хеҙмәткәрҙәренән, хроник сирлеләрҙән, халҡы миллиондан ашҡан ҡалала йәшәүселәрҙән, хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүселәрҙән, студенттарҙан һуң ғына прививка яһаясаҡтар.

COVID-19-ҙан үҫмерҙәргә прививка ирекле рәүештә яһала. Бының өсөн үҫмерҙең ата-әсәһенең, йәки законлы вәкиленең яҙма ғаризаһы булырға тейеш. Был категорияға ҡараусыларға "Спутник М" вакцинаһы яһала. Прививка Рәсәйҙә 18 йәштән өлкәндәргә һалынған "Спутник V" вариантының 5 тапҡыр еңеләйтелгән төрө. Ул да ике компоненттар тора һәм бер-береһе араһында 21 көн үтергә тейеш.

Автор:Гульдар Кадаева