АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Декабрь 2021, 12:15

БАЛАЛАР ӨСӨН ПОЛИКЛИНИКА

Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһы сафҡа ҡасан инер? Ни өсөн төҙөлөш хаҡы үҙгәргән?

БАЛАЛАР ӨСӨН ПОЛИКЛИНИКА
БАЛАЛАР ӨСӨН ПОЛИКЛИНИКА

Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһы төҙөлә.

Яҙ эш башланып, 2021 йылдың ноябренә ул тамамланырға тейеш ине. Әммә подрядчик табыу еңелдән булмай. "Горстрой" йәмғиәте килешеү төҙөгәс эш башлай һәм объектты сафҡа индереү 2022 йылға күсерелде. Поликлиника төҙөлөшөнә китәсәк хаҡ та үҙгәргән, сөнки төҙөлөш материалдарына хаҡ артты. Тәүҙә 253,4 млн һумға (30,5 млн һум--республика бюджетынан, төп сумма федераль бюджеттан) иҫәп тотһалар, хәҙер контракт 440,37 млн һумға төҙөлгән ( 68,13 млн һум--республика фондынан, федераль бюджеттан — 372, 24 млн һум).

Поликлиника "Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын модернизациялау" төбәк программаһы сиктәрендә төҙөлә. Өс ҡатлы бинаның майҙаны 5,8 мең кв.м тирәһе.

Әлеге ваҡытта поликлиниканың нигеҙе һалына. Яңы йылға тиклем уның 2/3 өлөшө төҙөлөп бөтөргә тейеш, тип белдерҙеләр. 

Әйтергә кәрәк, балалар поликлиникаһы бер сменала 300-гә тиклем баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнә. 

 

Автор:Резеда Валиева