Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Октябрь 2021, 19:10

Вакцина яһатырға кәрәк

Йылайыр районы үҙәге Йылайырҙа йәмәғәт урындарында ковидҡа ҡаршы сараларҙы тикшереү буйынса рейдтар дауам итә. Бөгөн, 16 октябрҙә район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов етәкселегендәге ведомство-ара комиссия ойошма етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәрҙең ковидҡа ҡаршы режимды тотоу-тотмауын ҡарап сыҡты.

Вакцина яһатырға кәрәк
Вакцина яһатырға кәрәк

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротков, районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Т.М.Ҡашҡаров, Йылайыр мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Б.И.Солтанов, полиция хеҙмәткәре Н.И.Мәхмүтов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы И.А.Хәмитов, Роспотребнадзорҙың Сибай территориаль бүлеге белгес-эксперты З.Р.Атанованан торған комиссия сауҙа нөктәләрен һәм ойошмалар буйлап үтте. Тикшереү барышында күп кенә етешһеҙлектәр асыҡланды. Уларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтөрөү тураһында киҫәтеүҙәр яһалды. Ойошма, учреждениеларҙа йоғошло сиргә ҡаршы прививка яһатмаусылар барлығы асыҡланды. Ни тиһәң дә, ковидҡа ҡаршы көрәштең икенсе пакеты тап вакцина яһатмаусыларҙы асыҡлап, улар прививка һалдыртыу—төп маҡсат. Күмәк иммунитет булдырыу өсөн кәрәк дөйөм вакцинация.

 

Вакцина яһатырға кәрәк
Вакцина яһатырға кәрәк
Вакцина яһатырға кәрәк
Автор:Гульдар Кадаева