Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Октябрь 2021, 14:25

Өйҙә ултырыу хәйерле

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һөйләшеүҙең ҙур өлөшө коронавирус инфекцияһы таралыу проблемаһына арналды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡына мөһим яңылыҡтарҙы еткерҙе. 13 октябрҙән алып Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ үҙҡамаланыу тәртибе индерелә.

Өйҙә ултырыу хәйерле
Өйҙә ултырыу хәйерле

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һөйләшеүҙең ҙур өлөшө коронавирус инфекцияһы таралыу проблемаһына арналды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы өсөн мөһим яңылыҡтарҙы еткерҙе. Шулай, иртәгәнән, 13 октябрҙән алып Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ үҙҡамаланыу тәртибе индерелә.

Өлкән йәштәге кешеләр өсөн изоляция кәрәклеге тураһында төбәктең ковид госпиталдәренең баш табиптары асыҡ хат менән Башлыҡҡа мөрәжәғәт иткәйне. Табиптар белдереүенсә, тап ошо категория граждандары сирҙе ауырыраҡ үткәрә һәм күберәк үлә.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, ҡурсаланыу ҡағиҙәләре вакцина яһатмаған өлкәндәргә һәм хроник сирҙәре булғандарға ҡағыласаҡ. Ул республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡт социаль яҡлау министрлығы менән Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарына яңы сикләүҙәрҙе индереү механизмдарын әҙерләргә ҡушты.

– Быға һәр муниципалитет башлығы яуаплы ҡарарға тейеш. Район һәм ҡалаларҙа эш шундай итеп ойошторолһон, коронавирусҡа ҡаршы прививка һалдырмаған өлкәндәр иртәгәнән өйҙә ултырһын. Бындай норма бер йыл элек булғайны, шуны хәтергә төшөрәйек, – тине Радий Фәрит улы.

Был йәһәттән юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр бөгөндән индереләсәк.

 

Автор:Гульдар Кадаева