АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Октябрь 2021, 15:50

Сир бар, ул эргәлә һәм хәүефле

Сибай ҡалаһында халыҡ күп йыйылған урындарҙа: сауҙа үҙәктәрендә, дауаханала, йәмәғәт транспортында, мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларында ковидҡа ҡаршы күрелгән сараларҙы ҡулланыу тикшерелә. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Гүзәл Ишемғолова, Ольга Шаранова урындағы гәзит, телевидение хәбәрселәре менән бөгөн күп кенә ойошма, учреждениеларҙы ҡарап сыҡты.

Сир бар, ул эргәлә һәм хәүефле
Сир бар, ул эргәлә һәм хәүефле

. Тикшереү барышында күптәрҙең эш урынында битлек кеймәүе, термометрия уҙғарылмауы, ҡулдар зарарһыҙландырыусы шыйыҡса менән йыуылмауы асыҡланды.

--Хәүефһеҙлек саралары күреү—үҙеңде һәм яҡындарыңды ҡурҡыныс сирҙән йолоп алып ҡалыу мөмкинлеге булыуын иҫтән сығарырға ярамай. Айырыуса өлкәндәргә бик һаҡ булырға кәрәк. Шуға ла ҡала халҡын хәлде аңлап ҡабул итергә саҡырам,--тине ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Әхмәт ҡыҙы.

Рейдтар киләһе көндәрҙә лә дауам итә. Предприятие, ойошма, учреждениеларҙа ковидҡа ҡаршы инспекторҙар быға ҡәҙәр эштәрен бер аҙ һүлпәнәйтһә, ошо көндәрҙә улар хеҙмәттәрен ҡабаттан әүҙемләштерә.

Йоғошло сиргә ҡаршы привика яһатмаусылар дауаханала “Спутник лайт” вакциянаһы булыуы булмауы менән ҡыҙыҡһына.

--Дауаханала препарат бар, ул күп кенә миҡдарҙа килтерелде. Үҙегеҙ ҙә килегеҙ, дуҫтарығыҙҙы ла эйәртегеҙ,--тине үҙәк дауахананың табип-эпидемиологы Радик Кейекбаев.

Сир бар, ул эргәлә һәм хәүефле
Сир бар, ул эргәлә һәм хәүефле
Автор:Гульдар Кадаева