АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ һаҡлау
25 Августа 2021, 05:00

Табиптар сафы арта

Сибай үҙәк дауаханаһы коллективы йәш белгестәр менән тулыланыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә бында табип-терапевт Гүзәл Илдар ҡыҙы Баязитова эш башланы.

Табиптар сафы артаТабиптар сафы арта
Табиптар сафы арта

Ҡыҙ 2015 йылда Сибай медицина колледжын тамамлап Ырымбур дәүләт медицина университетына уҡырға ингән. Урта медицина белемле Гүзәл Илдар ҡыҙы университетта уҡыуы менән бер рәттән урындағы дауахананың хирургия бүлегендә эшләп, тәжрибә тупларға ла өлгөргән. Әле ваҡытта ул ҡала поликлиникаһында сирлеләрҙе ҡабул итә.

Йәш белгескә еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас