Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Август 2021, 18:30

Сибай уҡытыусылары сәләмәтлек яҡлы

Коронавирус сире ололар өсөн генә ҡурҡыныс тиһәк тә, уның менән һуңғы арала йәштәр ҙә ауырый башланы. Хатта ковид госпиталдарҙә ятыусылар араһында балалар ҙа бар. Мәктәп уҡыусыларын был афаттән йолоп ҡалыу өсөн Сибай ҡалаһы уҡытыусылары күмәк вакцинацияға ҡушылды.

Сибай уҡытыусылары сәләмәтлек яҡлы
Сибай уҡытыусылары сәләмәтлек яҡлы

Уҡытыусылар йоғошло сиргә ҡаршы прививка яһатып ҡына күмәк иммунитет булдыра алыуҙы яҡшы аңлай. Шуныһы хәүефле: пандемияның өсөнсө тулҡынында таралған сирҙең “Дельта” штаммы бөтә кешелекте зарарлай. Балалар хәүефһеҙлеген ҡайғыртып педагогтар иммунизация компанияһы башланғас та был сараға дәррәү ҡушылды. Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан мәғариф идаралығының 50 хеҙмәткәре “Спутник V” прививкаһының беренсе компонентын эшләтте.
--Коронавирус инфекцияны ҡаршы тороу маҡсатында беҙҙең мәғариф идаралығы етәкселеге махсус ҡарар сығарҙы. Уға ярашлы идаралыҡтың барлыҡ хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙа эшләүселәр мотлаҡ рәүештә вакцианция үтергә тейеш. Ошонан сығып педагогтар прививканың тәүге компонентын яһатты. Уҡыу йылы башланыуға уның уның икенсе этабын ла үтеп бөтәсәктәр,--тине мәғариф идаралығының кадрҙар менән тәьмин итеүҙе ойоштороу бүлеге етәксеһе Римма Минишева.

Педагогтарға прививка яһау өсөн мобиль пункт булдырыуҙа үҙәк дауахана белгестәре ярҙам күрһәтте. Әлеге ваҡытта ҡаланың мәғариф өлкәһендә 1300 –ҙән ашыу кеше эшләй. Уларҙың күбеһе  яҙ мәлендә үк вакцинация үткән. Әлеге ваҡытта ҡалғандар мөһим сараға ҡушылды. Уҡытыусылар яуаплылығына тотош мәктәп уҡыусыларының сәләмәтлеге бәйле булыуы көн кеүек асыҡ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Гульдар Кадаева