Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Июль 2021, 11:10

Файҙаланыуҙа бик уңайлы

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы Сибай үҙәк дауаханаһына яңы медицина ҡорамалдары --  патологоанатомия бүлегенә Gemini AS буяу системаһы һәм Axio Lab.A1 микроскобы ҡайтарылды.

Файҙаланыуҙа бик уңайлы
Файҙаланыуҙа бик уңайлы

Мультистейнер буяу системаһы гистология һәм цитология лабораторияһында препараттарҙы буяу өсөн ышаныслы автомат. Ул файҙаланыуҙа бик уңайлы.

Микроскоп Axio Lab.A1 иһә тикшергән материал менән оҙайлы сәғәттәр буйы эшләүгә тәғәйенләнгән. Уның эргономик конструкцияһы прибор менән эшләп арып киткәс тә дискомфорт тыуҙырмай. Юғары сифатлы оптикаһы яҡшы һөҙөмтәләр алырға ярҙам итә.  


#ЦГБСИБАЙ
#РегиональныеПроекты
#РегПроекты
#МинздравРБ
#НацПроектыБашкортостан
#НацПроектЗдравохранение
#НациональныеПроекты
#командахабирова


Автор:Гульдар Кадаева