Дизель яғыулығы менән эшләгән яңы транспорт ҡала, ҡала яны һәм ҡала-ара маршруттарында пассажирҙар ташыясаҡ. Мәҫәлән, 2-се һанлы маршрутҡа сығасаҡ яңы техникала водителдәр Эльвира Байрамова менән Марина Мөхитова йөрөйәсәк. Гүзәл заттар яңы микроавтобустарҙың асҡысын башҡаланан тантаналы шарттарҙа барып алды.
-Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-егеттәргә ярҙамға килеүе бик ҡулайлы.
Тағы шуны әйтеп китмәү яҙыҡ булыр: ил өсөн ауыр мәлдә Сибай автотранспорт предприятиеһы махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға төрлө яҡлап ҙур ярҙам күрһәтә. Предприятие коллективына һәм уның етәксеһе Владимир Косаревҡа ир-егеттәребеҙҙең яу шарттарын яҡшыртыуға индергән тос, даими ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт белдерәм.
Йәмғиәт эшселәренә тотороҡло эшмәкәрлек, пассажирҙарға хәүефһеҙ һәм хәйерле юлдар теләйем! – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев.