Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
28 Март 2023, 17:55

Өс айҙа өс игеҙәк!

Сибай ҡалаһынды быйылғы йылдың өс айында 3 пар игеҙәк тыуған. Юнир Кәрим улы һәм Юлиә Рифат ҡыҙы Ишемғоловтарҙың ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға –игеҙәктәре Рушан һәм Рамаҙан донъяға килгән. Малайҙар 22 мартта донъяға ауаз һалған. Буйҙары 52 сантиметр, ауырлыҡтары 3500 кг.

Өс айҙа өс игеҙәк!
Өс айҙа өс игеҙәк!

-Ҡатыным менән 9 йәшлек Камилла ҡыҙыбыҙ һәм 4 йәшлек Надир улыбыҙ янына иш итеп өсөнсөгә бәпес алып ҡайтырға уйланыҡ. Беренсе УЗИ -ла игеҙәктәр буласағын ишеткәс, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Нишләптер ҡыҙ һәм малай көттөк. Ә Аллаһ Тәғәлә беҙгә бер-береһенә ныҡ оҡшаған ике ул бүләк итте! – тип ҡыуана бәхетле атай Юнир Кәрим улы.

Ул шулай уҡ бәләкәстәрҙең фотолары ҡуйыласаҡ альбом һәм “Беҙҙең сабыйға” бүләк йыйылмаһы өсөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровҡа ҙур рәхмәтен белдерҙе.

 

Автор:Гульдар Кадаева