Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
18 Август 2022, 08:55

Сибай урамдарын юл саңһурғысы таҙарта

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев: -Ошо көндәрҙә генә Сибайға ҡайтарылған яңы “юл саңһурғысы”н эшләтеп ҡараныҡ. КамАЗ базаһында яһалған һепереү-вакуумлы йыйыштырыу машинаһы коммуналь хужалыҡтың паркын тулылындарҙы. Уны һатып алыуға төбәк һәм урындағы ҡаҙнанан аҡса бүленде. Ошондай ҡеүәтле, ҡала өсөн бик кәрәкле техника алыуға булышлыҡ иткәне өсөн Республика Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәтле. Сибайҙа бындай техника берәү генә ине. Яҙ һәм йәй көндәре ул бөтә урамдарҙы таҙартып өлгөрә алманы. Йәнә иҫке лә булғанлыҡтан бер туҡтауһыҙ боҙола. Яңы ҡайтарылған техника иһә күп фукнциялы булыуы менән отошло: саң борлатмай ғына бысраҡты, сүп-сарҙы йыя, урамдарҙы еүешләй, йыйылған ҡыйҙы махсус бункерға ебәрә.

Сибай урамдарын юл саңһурғысы таҙарта
Сибай урамдарын юл саңһурғысы таҙарта

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың техника паркы шулай яйлап яңыра барыуы ҡыуаныслы. Яҙ көнө генә ошондай уҡ ысул: республика һәм урындағы ҡаҙнанан аҡса бирелеп, тейәүсе-экскаватор һатып алыуға өлгәшкәйнеләр.

Ҡеүәтле техника ҡалабыҙ урамдарын гел таҙа, бөхтә тоторға ярҙам итер тип ышанам,-- тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Автор:Гульдар Кадаева