Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
20 Июль 2022, 19:50

Азамат Юлдашбаев рәсми рәүештә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде

Бөгөн Сибай ҡала Советы депутаттары ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына Азамат Юлдашбаевты раҫланы.Азамат Мырҙағәле улына еңел булмаған эшендә уңыштар теләйбеҙ! Ҡалабыҙ үҫешенә тос өлөш индереүенә ышанабыҙ!

Азамат Юлдашбаев рәсми рәүештә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде
Азамат Юлдашбаев рәсми рәүештә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде

Азамат Юлдашбаев Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.

20 июлдә Сибай ҡалаһы советы ултырышы үтте. Уның эшендә Хөкүмәт вәкилдәре – Башҡортостан Республикаһының премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлеев, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылдышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ҡатнашты. Көн тәртибенә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына кандидат һайлау мәсьәләһе ҡуйылды. Уға ике кеше дәғүә итте – Азамат Мырҙағәле улы Юлдашбаев һәм Азамат Миңлеғәле улы Көмөшҡолов. 5 кешенән торған комиссия беренсе кандидатты яҡлап сыҡты, ҡала советы депутаттары был тәҡдимде раҫланы.

Республика Хөкүмәте вәкилдәре Азамат Юлдашбаевты юғары вазифаға тәғәйенләнеүе менән ихлас ҡотланы һәм артабанғы еңел булмаған эшендә уңыштар теләне.

Ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев ышаныстары өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Яңы етәксенең ҡалабыҙ үҫешенә тос өлөш индерәсәгенә ышаныс ҙур.

Азамат Юлдашбаев рәсми рәүештә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде
Азамат Юлдашбаев рәсми рәүештә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: