Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
15 Апрель 2022, 11:10

Сибайҙа 200-сө бала теркәлде

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 200-сө бала тыуыу тураһында акт теркәлде. Андрей Сергеевич һәм Юлия Константиновна Подшибякиндар ғаиләһенә йәм өҫтәп Лев исемле улдары тыуған. 6 йәшлек өлкән улдары Артем ағай булыуына һөйөнә.

Сибайҙа 200-сө бала теркәлде
Сибайҙа 200-сө бала теркәлде

Лев 4 апрелдә яҡты донъяға ауаз һалған, сабыйҙың ауырлығы 4 кг, буйы 57 сантиметр.

“Демография” милли проекты сиктәрендә бәхетле ғаиләгә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Андрей Назаров исеменән иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

 

Сибайҙа 200-сө бала теркәлде
Сибайҙа 200-сө бала теркәлде
Автор:Гульдар Кадаева