Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
18 Февраль 2022, 07:45

Эшкә саҡыралар

2022 йылды Сибай ҡалаһы етәкселеге төҙөкләндереү тармағын реорганизациялауҙан башланы. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығынан “Юлдарҙы ремонтлау, төҙөү идаралығы” структураһы айырымланып сыҡты.

 

Тәүге йәмғиәт ҡалала таҙалыҡ һәм тәртип булдырыу өсөн яуап бирһә, икенсеһе юлдарҙы хеҙмәтләндереүҙе үҙ ҡарамағына ала.

Әле “Юлдарҙы ремонтлау, төҙөү идаралығы” команда туплау менән мәшғүл. Яңы ойошмаға инженер, закупка, кадрҙар буйынса белгес, эколог, секреатарь талап ителә.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: