Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
15 Февраль 2022, 16:05

“Хәйерле иртә, Сибай!”

Ҡала телевидениеһында “Хәйерле иртә, Сибай!” күңел асыу программаһы эфирға сыға башланы.  

“Хәйерле иртә, Сибай!”
“Хәйерле иртә, Сибай!”

Сибай телевидениеһы көндән-көн яңы үрҙәргә ынтыла, яңылыҡтарҙан тыш төрлө тапшырыуҙар әҙерләп эфирға сығарыуын дауам итә. Хәҙер сибайҙарҙың да иртәһе яңы тапшырыуҙан башлана. Уның аша ҡалалаштар көн барышында урында уҙғарыласаҡ саралар хаҡында беләсәк, һауа торошо, афиша, баҡсасылар өсөн ай календаре, электр уты һәм газ менән тәьмин ителештәге актуаль мәғлүмәт, төрлө темаларға һорау алыуҙар менән танышып барасаҡ. Иң мөһиме һәр кем тапшырыуҙан көнө буйына етерлек яҡшы кәйеф, көс-дәрт аласаҡ. Премьера аҙна башында Ғашиҡтар көнөндә башланды. Тапшырыуҙы ҡаланың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәгән йәштәр Ғәлиә һәм Одиссей Бжиҡовтар алып бара.

Автор:Гульдар Кадаева