Уҙған йыл “Иң яҡшы күп ҡатлы йорт подъезы һәм ихата алды” конкурсында Баймаҡ ҡалаһының Юбилей урамы, 3 адресы буйынса 4-се подъезда йәшәүселәр ҡатнашып, 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булғайны. Ә быйыл Тыныслыҡ урамы 17-се йортоноң беренсе подъезында йәшәүселәр 300 мең һумлыҡ сертификат алыуға өлгәште. Был сумма үҙҙәре йәшәгән йортто ремонтлауға йәки ихата алдын төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.
Әйтергә кәрәк, улар конкурсҡа ғариза биргәс тә ең һыҙғанып эшкә тотона. Таҙалыҡ һәм бөхтәлекте булдырып, подъездың стеналарына төрлө һүрәттәр төшөрәләр, тәҙрә төптәренә гөл-сәскәләр ҡуялар. Таҙалыҡ тотоу өсөн дежурлыҡ ойошторалар.
Күреүегеҙсә, һөҙөмтә ҡыуаныслы. Киләһе йылда башҡа йорттарҙа йәшәүселәр ҙә конкурсҡа ҡушылыр, тигән уйҙабыҙ.