Мәғариф, социаль һәм ҡалалаштар өсөн башҡа мөһим өлкәләрҙең эшмәкәрлеген яҡшыртыу – урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының төп маҡсаты. Сибай ҡалаһының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы коллективы программала йыл да ҡатнаша һәм киҫкен проблемаларын хәл итә. Был юлы улар программа сиктәрендә 43 иҫке ағас тәҙрәләрҙе заманса пластикка алмаштырыуға өлгәшкән. Бинаның тышҡы йөҙө күркәмләнһә, бүлмәләрҙең йылыныуы балалар өсөн яҡшы.
--Был проектҡа беҙ иң беренсе нәүбәттә бинаның ныҡ иҫкергән ағас тәҙрәләрен алмаштырыу өсөн ҡушылдыҡ. Тәҙрә ҙур, заманса булһа, бина шул тиклем матур күренә. Икенсе яҡтан пластик тәҙрәләрҙән ел өрмәй. Тәҙрә яңыртыу мотлаҡ ине,-- тиинициатив төркөм етәксеһе Юлиә Ирназарова.
Быйыл ҡаланан тәҡдим ителгән проекттарҙың 13-ө еңеп сыҡҡан. Ҡалалаштарҙың күрһәткән инициативалары ярҙамында урынға 8 миллион һум өҫтәмә килем килгән.
--Балаларға уңайлыҡтар булдырыуға булышлыҡ итеүсе ҡала хакимиәте, бағыусыларыбыҙ “Башэкопартнер” йәмғиәте етәкселегенә, шәхси эшҡыуар Йәнтүринаға, балалар баҡсаһы янындағы күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәргә, ғөмүмән, программала еңеп сығыу өсөн барлыҡ тырышлығын һалыусыларға ҙур рәхмәт белдерәм,-- тип өҫтәне“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире Екатерина Пономарева.
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса ҡаланың 5-се мәктәбе лә үҙгәрештәр кисерҙе. Унда баҫҡыс майҙансыҡтарының 5 иҫке ағас ишектәре заманса пластикка алмаштырылған. Ишектәр ыҡсымлығы менән генә түгел, хәүефһеҙ булыуы менән дә алдыра.