Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
14 Октябрь 2021, 14:10

Тәжрибә бар, артабан үҫешкә ынтылыш та көслө

Былтыр Сибай ҡалаһының Сармат ҡасабаһы халҡы юлдарына асфальт түшәтеп ҡыуанғайны, быйыл Арҡайым һәм Балыҡсылар йорто-2 биҫтәһендә йәшәүселәрҙең шатлығы ҙур. Бында саҡрымға яҡын юл өҫтөнә асфальт япмаһы һалынған. Бындай һөҙөмтә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыуҙың отошло булыуын тағы берҙе иҫбатлай.

Тәжрибә бар, артабан үҫешкә ынтылыш та көслө
Тәжрибә бар, артабан үҫешкә ынтылыш та көслө

ППМИ-2021 һандарҙа

Быйыл ҡаланан тәҡдим ителгән проекттарҙың 13-ө еңеп сыҡты. Ҡалалаштарҙың күрһәткән инициативалары ярҙамында урынға 8 миллион һум өҫтәмә килем килде.  
Аҡса ҡайҙа йүнәлтелә?

 Тиҙҙән ҡаланың 1-се мәктәбе янында спорт майҙансығы, 7-се мәктәптә -- заманса технология кабинеты, «Аленушка» балалар баҡсаһында метеомайҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк. Балалар ижады үҙәгенә яңы музыка ҡорамалдары ҡайтарыласаҡ. 6-сы мәктәптә ҡорамалдарҙы яңыртасаҡтар, музей өсөн йыһаз буласаҡ. Боҙ һарайына контроль системаһы ҡуйыласаҡ. «Тиҫтер» клубына ремонт эштәре атҡарыласаҡ. 5-се мәктәптә ишектәр, «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында тәҙрә алмаштырылды ла инде.
Нимә өҫтөндә эшләргә кәрәк?

 Быйылғы конкурс унан алдығыларҙан айырылды.  Ҡаты конкуренция шарттарында эшләйбеҙ. Әгәр 2020 йылда конкурста еңеү өсөн кәрәкле 100 балдың 92-һен йыйыу етһә, 2021 йылда 99 балл йыйыусылар ҙа исемлектән төшөп ҡалды. Заявкаларҙың алдан бирелгәндәре генә ҡаралды.


Конкурс һөҙөмтәһе көслө һәм эшләп еткерелмәгән урындарҙы асыҡ күрһәтте. Конкуренция булған һайын, үҙ-үҙебеҙгә талаптар ҙа арта. Маҡсат аныҡ – киләһе йылғы конкурста максималь балдар йыйып, заявкаларҙы ваҡытында тапшырыу мотлаҡ. Тәжрибә бар, артабан үҫешкә ынтылыш та көслө. Заявкалар өҫтөндә эшләйбеҙ һәм алға!

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.

#Сибай #ППМИБашкортостан #местнаяинициатива

Тәжрибә бар, артабан үҫешкә ынтылыш та көслө
Тәжрибә бар, артабан үҫешкә ынтылыш та көслө
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: