Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
7 Сентябрь 2021, 12:05

Ике мәктәп төҙөләсәк

Сибай ҡалаһында ике белем усағы төҙөлөшө йәһәтенән капсула һалынасаҡ.

Ике мәктәп төҙөләсәк
Ике мәктәп төҙөләсәк

Хәбәр итеүебеҙсә, 10-11 сентябрҙә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтәсәк. Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамында ойошторола.

Сараның төп өлөштәренең береһе - Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбе бинаһы төҙөлөшө йәһәтенән капсула һалынасаҡ. Был уҡыу йорто 1953 йылда һалынған, 1989 йылда уға төкәтмә эшләнелгән. Эксперттар фекеренсә, әле бинаның 70 проценты иҫкергән, бигерәк тә ҡыйығы, фасады, тәҙрәләре, иҙәндәре бик насар торошта. Шулай уҡ елләтеү, электр һәм һыу ҡоролмаларын тулыһынса алыштырыу талап ителә. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһын, мебелдәрҙе лә яңыртыу мотлаҡ.

Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тап ошо мәктәптә белем алған.

Инвестһабантуйҙың тағы бер шатлыҡлы өлөшө - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн "Урал аръяғы балалары" күп функциялы белем биреү үҙәге төҙөлөшө йәһәтенән капсула һалыу. Ул 725 урынға иҫәпләнгән. Төҙөлөштө проектлау яҡынса һигеҙ миллион һум тора.

Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайты.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: