Сибай автотранспорт предприятиеһы етәкселеге ҡасабаларға уҡыу йылы башында өҫтәмә маршруттар ебәреү тураһында ҡарарҙы 2018 йылда уҡ ҡабул иткән. Практиканан күренеүенсә, бындай маршруттар бик кәрәк һәм улар үҙ тәғәйенләнешен – балаларҙы мәктәпкә ташыуҙы тейешле кимәлдә үтәй. Мәктәп маршруттарын йыш ҡына мәктәп автобустары менән бутайҙар. Мәктәп автобустары ауыл еренән ҡалаға уҡыусылар ташыһа, мәктәп маршруттары ҡасабаларҙа йәшәүсе балаларҙы мөмкин тиклем уҡыған ерҙәренә яҡын алып барып төшөрөүҙе маҡсат итеп ҡуя.
--Был автобустарҙың барыһы ла мәктәп янынан үтә. Маршруттар ҡаланың мәғариф бүлеге етәкселеге менән кәңәшләшкәндән һуң билдәләнде. Йәғни, был автобустар бөтә ҡаланы урап түгел, мәктәптәр булған ерҙән генә йөрөй. Уҡыусыларға уңайлы һәм уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҙә отошло,--тип маршруттарға ҡағылышлы һорауҙар яуап бирҙе Сибай АТП-һы директоры Владимир Косарев.
Мәктәп маршрутында йөрөү ҡағиҙәләре башҡа автобустарҙыҡы кеүек үк. Юл йөрөү хаҡы -- 25 һум. “Алға” картаһы менән түләгәндә ул 20 һум тәшкил итә. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: 1 сентябрҙән элекке Алтын, Арҡайым ҡасабалары маршрутына Сибай-Төньяҡ ҡасабаһы мәктәп маршруты ла өҫтәлде.