Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
13 Август 2021, 22:00

“Минең хыялымдағы ҡала”

Сибай ҡалаһында “Минең хыялымдағы ҡала” балалар һүрәт төшөрөү конкурсы старт алды. Был сара таусылар төйәгенең ҡала көнөнә арнала.

“Минең хыялымдағы ҡала”
“Минең хыялымдағы ҡала”

Һүрәт төшөрөү конкурсының төп темаһы – тыуған яҡтың гүзәллеген сағылдырыу.Башҡортостандың хозур тәбиғәтенә һоҡланыусы балалар уны һүрәткә төшөрөп матурлыҡ тыуҙыра ала.

--Ижади эштәр А3 күләмендәге аҡ ҡағыҙға төшөрөлөргә тейеш. Балалар һүрәттәре Йәштәр йортонда иртәнге 10 сәғәттән алып 17 сәғәткә ҡәҙәр ҡабул ителә. Ижадығыҙ тәңгәленә исем-шәрифегеҙҙе, бәйләнеш өсөн телефон яҙырға онотмағыҙ, -- ти“Йәштәр йорто” етәксеһе Гөлнур Диярова.

Балалар араһында уҙғарылған һүрәттәр конкурсына 10 сентябрҙә Йәштәр йортоноң күргәҙмә залында йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәр ҡала көнө сиктәрендә ойошторолған көндөҙгө балалар программаһы һуңында тәбрикләнәсәк. Сарала ҡатнашыусылар махсус дипломдар менән бүләкләнһә, иң-иң тип табылған һүрәттәр мәҙәниәт учреждениелары биналараның стеналарына эленәсәк.

Автор:Гульдар Кадаева