АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
10 Август 2021, 14:00

Икеләтә ҡыуаныс

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Станислав Юрьевич һәм Алина Вәғиз ҡыҙы Шараповтар икеләтә ҡыуаныс кисерҙе: 3 августа уларҙың игеҙәк улдары ауаз һалған. Малайҙар 3,5 йәшлек Маркел ағайҙарына иш булып тыуып, ата-әсәһен күп балалы ғаилә иткән. Бәхетле пар улдарына Мирон һәм Леон тип исем ҡушҡан. Малайҙарҙың ауырлығы малайҙарса -- 2820 һәм 2710 кг., буйҙары 52 һәм 54 сантиметр. Дауамы сайтта.

Икеләтә ҡыуаныс
Икеләтә ҡыуаныс

--Исемде кәләшем менән икәүләшеп уйланыҡ,-- ти ғаилә башлығы Станислав Юрьевич. – Алина ауырға ҡалып, беренсе ультра тауыш тикшереүе үткәс тә игеҙәктәр тыуасағын белдек. Икенсе узи бәпестәрҙең енесен күрһәтте. Беҙҙең шатлығыбыҙҙы уртаҡлашып, фотоальбом бүләк иткәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровҡа ҙур рәхмәт!

Ишле ғаиләгә бәхеттәр, бәпестәрҙең имен-һау үҫеп китеүҙәрен теләйбеҙ!

#нацпроекты#миллипроекттар#демография

Автор:Гульдар Кадаева