Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
27 Июль 2021, 14:00

Сибайҙа ике яңы мәктәп төҙөләсәк

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Урал аръяғына эш сәфәре барышында белгертте. Тулыраҡ сайтта.

Сибайҙа ике яңы мәктәп төҙөләсәк
Сибайҙа ике яңы мәктәп төҙөләсәк

Премьер-министр эш сәфәре Сибай филармонияһын ҡарауҙан башланы. Бында күптән йәйелдерелгән төҙөлөш эштәре тамамланыуға бара. Андрей Назаров бинаны тулыһынса урап сығып, подрядсы ойошма етәкселеге менән аралашты, етешһеҙлектәрҙе күрһәтте.
--Сибай филармонияһы билдәле объект. Уның бинаһы янғандан һуң Башҡортостан Республикаһы Башлығы Урал аръяғының баш ҡалаһы булған Сибайҙа яңы мәҙәниәт үҙәге булырға тейеш тигән ҡарар сығарҙы. Шуға күрә лә был бинаның төҙөлөшөнә иғтибар ҙур. Бөгөн эштәр барышын ҡарап сыҡҡандан һуң бер нисә аҙнанан төҙөлөш ахырына етәсәк тип әйтергә мөмкин. Биҙәлеш йәһәтенән дә, ҡорамалдар менән йыһазландырыу йәһәтенән дә проблемалар юҡ. Сентябрь айында уҙасаҡ инвестицион һабантуйҙың пленар өлөшө тап яңы филармонияла уҙасаҡ. Бина тантаналы рәүештә шул мәлдә үҙ ишектәрен асасаҡ. Был объект Сибай өсөн генә түгел, тотош Урал аръяғы, республика өсөн мөһим төҙөлөш. Бындай архитектура ҡомартҡылары төбәктә, хатта Рәсәйҙә бик аҙ. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: был объект оҙаҡ йылдар республиканан финанс ярҙамы күрмәгән Урал аръяғына өҫтөнлөк бирелә башлауҙың сығыу күренеше,-- тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Сәфәре һуңында Премьер-министр кәңәшмә уҙғарып, «Урал аръяғы -2021» Бөтә Рәсәй инвестицион һабантуйҙы уҙғарыу мәсьәләләренә туҡталды. Мәртәбәле сара беҙҙең ҡалала 10-11 сентябрҙә ойошторола. Ултырышта шулай уҡ 6-сы дөйөм белем биреү һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекцион мәктәптәрен төҙөү мөмкинлеге лә ҡаралды.
--Ҡалала шулай уҡ Урал аръяғы өсөн дә тәғәйенләнгән тағы бер нисә объект төҙөргә иҫәп тотабыҙ. Шуларҙың береһе -- коррекцион мәктәп. Беҙ былтыр уҡ уны төҙөү хаҡында ҡарар сығарҙыҡ. Әле эштәрҙе тиҙәйтеп, инвестицион һабантуй барышында уға нигеҙ ташы һалыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Шул осорҙа бина төҙөү, уны сафҡа индереү ваҡытын билдәләйәсәкбеҙ,-- тип тә өҫтәне Андрей Геннадьевич.

Ҡалала иң тәүҙә төҙөлгән мәктәптәрҙең береһе – 6-сы мәктәптең дә бинаһы ныҡ иҫке. Беҙ был мәсьәләне төрлө яҡтан ҡараныҡ, иҫкегә тотонһаң иҫең китер тип, уны алып ташлап, урынына яңынан төҙөргә ҡарар иттек.

Ҡаланың был өлөшөндө яңы мәктәп күптән кәрәк. Төҙөлөш эштәрен быйыл башларға иҫәп тоталар. Тимәк яҡын арала Сибайҙа өр-яңы мәктәп бинаһы ҡалҡып сығасаҡ.

Автор:Гульдар Кадаева