-8 °С
Ясна
Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында юлдыбайҙар мөмкин тиклем яҡшы эш башҡарырға тырыша. Тыуған төйәк өсөн эшләнгән эш – үҙең өсөн башҡарылған хеҙмәт икәнен улар яҡшы аңлай.
Юлдыбай ауылында йәшәүсе Әнисә апай Алсынова хәбәр итеүенсә, ауылдың Иҙрис мәсетендә ремонт эштәре бара. Ауыл халҡы намаҙ уҡыу бүлмәһенең иҫкергән иҙәнен ҡутарып, тупраҡ һалып, уны төйөп, иҙәнен яңыртҡан. Унан стенаһын матурлағандар, түбәһенә тарттырмалы түшәм элгәндәр, пластик тәҙрәләргә заказ бирелгән. Ошондай уҡ эштәр икенсе бүлмәлә лә башланған. Рафиҡов Йәмил, Гөлнара аҡсалата ярҙам күрһәткән, үҙҙәре лә килеп эшләшкән.
Мәсеткә йөрөүселәрҙән төшкән аҡсаға материалдар һатып алынған.
Сауаптары насип булһын!