Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Май 2023, 20:40

ТАУЫШ БИРӘЙЕК!

Яҡшы яҡҡа үҙгәреүен теләһәгеҙ, тауыш бирегеҙ!

2023 йылдың 31 майына тиклем Башҡортостанда төҙөкләндерелгән объект һәм дизайн-проект өсөн тауыш бирергә мөмкин. Унда 14 йәштән үткәндәр ҡатнаша ала.

Онлайн-тауыш биреү 2021 йылдан ойошторола, унда 387 мең кеше ҡатнашҡан. 2022 йылда 560 меңдән ашыу кеше тауыш биргән.

Тауыш биреү "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" федераль проектының "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә бара

 2.gorodsreda.ru. платформаһында объект һайлағыҙ. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәтендә теркәлеү мөһим. Үҙебеҙ яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләгән ҡала йә районды һайлайбыҙ һәм тауыш бирәбеҙ!

Автор:Резеда Валиева