Рәсәй Президенты Владимир Путин федераль судьялар тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт башлығы ҡултамғаһы менән тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, Раил Шәйҙуллин Башҡортостандың Юғары суды рәйесе итеп тәғәйенләнде. Айҙар Хәйруллин – Илеш районы суды, Фәрғәт Хәлитов – Күмертау район-ара суды рәйесе. Юғары суд судьялары вазифаһын Галина Ғиндуллина, Ирина Маркелова һәм Людмила Решетникова алды.
Хәйҙәр Әхмәтғәлин – Бәләбәй ҡала суды, Яна Иткулова – Яңауыл район-ара суды, Эльвира Вәхитова, Ольга Лаврентьева – Өфө ҡалаһының Киров районы, Зарина Усманова Стәрлетамаҡ ҡала суды судьялары итеп тәғәйенләнде.
Уларҙың вәкәләт ваҡыты — 6 йыл.