АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Апрель 2023, 10:20

УРАҘА БҮЛӘГЕ

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Рафаэль Исмәғилев Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡына оло бүләк эшләгән.

УРАҘА БҮЛӘГЕ
УРАҘА БҮЛӘГЕ

 

—Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы мәсетендә шатлыҡлы ваҡиға булып үтте. "Атайсал" проекты сиктәрендә ауылдашыбыҙ Рафаэль Ибраһим улы Исмәғилев яҡташтарын изге Ураҙа Ғәйете менән тәбрикләп мәсеткә көслө тауышлы аппаратура бүләк итте. Бүләкте имам Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов ҡабул итеп алды, тапшырыу тантанаһында шулай уҡ ауыл старостаһы Рәил Сәфәрғәле улы ла ҡатнашты. Бүләкте ҡабул итеп алғас Рәмил Сәфәрғәле улы доға уҡыны һәм Рафаэль Ибраһим улына ауылдаштарына эшләгән был бүләге өсөн ихлас рәхмәтен еткерҙе.
Бынан һуң көслө аҙан тауыштарын йышыраҡ ишетергә яҙһын һәм ул һәр кемебеҙҙең күңеленә үтеп инеп, сафлыҡҡа, паклыҡҡа, берҙәмлеккә, тыныслыҡҡа саҡырып торһон, тип теләк теләне ошо сарала ҡатнашыусылар,—тип яҙа социаль селтәрҙә Рәүилә Хәсәнова.

Автор:Резеда Валиева