АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
30 Март 2023, 17:00

«ЯРЛЫҠАУ» ПРОКАТҠА СЫҒА

Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» исемле әҫәрен иҫләйһегеҙме? Бик шәп повесть ул! Һөйөнсө! Әҫәр буйынса кино төшөрөлгән.

«ЯРЛЫҠАУ» ПРОКАТҠА СЫҒА
«ЯРЛЫҠАУ» ПРОКАТҠА СЫҒА

Был хаҡта БАШИНФОРМ хәбәр итә:

4 майҙа Рәсәйҙә «Ярлыҡау» хәрби драмаһы прокатҡа сыға. Фильм совет башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән. Премьера Мәскәүҙә, Өфөлә һәм Ҡазанда күрһәтелә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Мостай Кәрим исемендәге фондтың матбуғат хеҙмәтенән.

Сюжет үҙәгендә — 20 йәшлек сержант-танкист Любомир Зухтың тарихы, ул яҙмыш ҡушыуы буйынса төпкөл ауылға килеп эләккән испан коммунистарының ҡыҙы Мария-Терезаға ғашиҡ. Ҡыҙ ҙа уны ярата. Частә «отбой» командаһы яңғырағас та, сержант һөйгәне янына ашыға. Ләкин ул һуғыш осоро ҡануны буйынса енәйәт ҡылғанын аңламай, ә бының өсөн юғары яза бирелергә тейеш.

- «Ярлыҡау» – Мостай Кәримдең һуғыштан һуң 40 йылға яҡын уйлап йөрөгән шәхси әҫәре, – тип һөйләй картинаның продюсеры, бөйөк классиктың ейәне Тимербулат Кәримов. – Мостафа Сафа улы институт эскәмйәһенән һуғышҡа алына, ҡаты яралана, әммә йәнә фронтҡа юллана һәм Еңеүҙе Венала ҡаршылай. Һуғыш уның тормошонда һәм ижадында тәрән эҙ ҡалдыра, йылдар үткәс тә ул уйҙарында һынауҙар һәм юғалтыуҙар менән тулы көндәргә әйләнеп ҡайта. «Ярлыҡау» – үҙенсәлекле әҙәби әҫәр, уны яңыса уҡыу бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

Режиссер Айнур Асҡаров һүҙҙәренсә, «фильмдың төп ваҡиғаһы — йәш һалдат Любомир Зухтың дезертирлығы. Драматургия контрапунктта төҙөлә. Бер яҡтан — мөхәббәткә сарсау, икенсенән — һуғыш. Беҙ һуғыштағы йәшлек, хис-тойғолар һәм бурыс, өлкәнәйеү, әхлаҡ һәм закон бәрелеше хаҡында бәйән итәбеҙ».

 
Автор:Резеда Валиева