АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
30 Март 2023, 16:00

МИҘАЛ ТАПШЫРЫЛДЫ

Баймаҡ районы Ҡаратал ауылында йәшәүсе Рүзилә Әхмәтоваға миҙал бирелде.

МИҘАЛ ТАПШЫРЫЛДЫ
МИҘАЛ ТАПШЫРЫЛДЫ

—Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Хәбировтың Указы менән биш һәм унан күберәк бала үҫтергән, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙағы һәм әсәнең социаль әһәмиәтен күтәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Ҡаратал ауылынан Рузилә Әхмәтоваға "Әсәлек даны" миҙалын тапшырҙыҡ.
Әхмәтовтарҙың һоҡланғыс ғаиләһендә ике ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләнә. Дуҫ ғаилә бергәләп байрамдар уҙғара һәм бик әүҙем тормош алып бара.
Рузилә Фуат ҡыҙы, балаларығыҙ уңыштар менән ҡыуандырһын, Һеҙгә йылылыҡ һәм иғтибар бүләк итһен. Туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға тыныслыҡ, именлек һәм муллыҡ теләйем,—тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Автор:Резеда Валиева