АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Март 2023, 08:50

СПОРТСЫ ИТЕҮ—МАҠСАТ ТҮГЕЛ

Ә һеҙ мәктәптә йөҙөү буйынса дәрес булыуын теләр инегеҙме?

СПОРТСЫ ИТЕҮ—МАҠСАТ ТҮГЕЛ
СПОРТСЫ ИТЕҮ—МАҠСАТ ТҮГЕЛ

Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин республика мәктәптәрендә йөҙөү буйынса дәрес индереү эффектлы тип билдәләне. Уҙған йыл «Йөҙөү барыһы өсөн дә» ведемство-ара программаһы сиктәрендә 22 меңдән ашыу бала йөҙөргә өйрәнгән.

—Программа дөйөм белем биреү учреждениеларында физкультура дәресендә өйрәтелә. Дәрес бушлай ҙа, өлөшләтә түләүле лә үткәрелә. Бассейндарҙа физкультура дәресен үткәреүселәр ҙә бар,—ти министр.

Әлеге көндә был программа республикабыҙҙың 22 стационар лагерына, 42 мәктәп яны лагерына индерелгән. Уның маҡсаты—баланан спортсы эшләү түгел, ә һыуҙа үҙеңде дөрөҫ тоторға өйрәтеү.

Әйткәндәй, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 6-7 апрелдә Өфөлә «Взлетай» мәктәптә белем биреү форумы үтә. Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған сарала һәләтле балаларҙы дәртләндереү, уҡытыусыларҙың аттестация үтеү системаһына үҙгәрештәр индереү, яңы белем биреү программалары ҡарала.

 

Фото: Башинформ

Автор:Резеда Валиева